Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2019, 00:45
Ағиҙел ҡала музейында «Музейға үткән быуат экспонатын бүләк ит» акцияһы бара
Ағиҙел ҡала музейында «Музейға үткән быуат экспонатын бүләк ит» акцияһында уҡыусылар ҙа ҡатнаша
17 декабрҙә Ағиҙел ҡалаһы музейы беренсе тыуған көнөн билдәләй. Бер йыл эсендә музей бихисап эспонаттарға байыны.
Музей методисы Әлфиә Дәүләтова күргәҙмәләрҙе тулыландырыр өсөн күп көс һала, йыш ҡына тематик күргәҙмәләр ойоштора.
Күптән түгел «Музейға үткән быуат экспонатын бүләк ит» акцияһы иғлан ителде. Ҡала халҡы был акцияла әүҙем ҡатнаша.
9 декабрҙә музейға башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары килде. Улар музейға үткән быуатта эшләнгән телефон, сәғәт, электр ҡырынғысы, диафильм бүләк иттеләр. Башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлназ Ғәлиева уҡыусыларҙа тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан