Жанры буйынса был повесть-фэнтэзи, унда дуҫлыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт хаҡында бәйән ителә.
Марат Муллаҡаев 1952 йылдың 6 ноябрендә Яңауыл районының Байғужа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институтын тамамлаған. Төньяҡ флотта хеҙмәт иткәндән һуң Стәрлетамаҡ заводында слесарь булып эшләй. Журналистика эшен «Коммунизм байрағы» гәзитендә хәбәрсе, «Стәрлетамаҡ каучугы» гәзитенең баш мөхәррире булып башлай. Һуңынан «Восход» Ишембай район-ҡала гәзитендә мөхәррир була. «Совет Башкортостаны» республика гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй, «Өмөт», «Кызыл таң», «Киске Өфө» республика гәзиттәре, «Панорама Башкортостана» ижтимағи-сәйәси журнал редакцияларын етәкләй. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. 1995 йылда Чечня әсирлегенән дүрт башҡорт егетен ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. «Нэнэй», «Элла и Карли» повестары, балалар өсөн «Томка», «Храбрый заяц», «Воровка», «На берегу», «Барсик» китаптар авторы.