Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 22:30

Китапханала – космос

Айҙың һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Ағиҙел ҡалаһы балалар китапханаһында «Ял ит!» ғаилә клубы эшләй.

Клубтың етәксеһе – Гөлнара Сайфутдиарова. Бында балалар менән ата-әсәйҙәрҙе бергәләп ижад итергә саҡыралар. Үткән йылды ошо клубтың «Бергә булыу ҡыуанысы» тип аталған проекты республика башлығының грантын отто. Оҙаҡламай клубта шөғөлләнеү тағы ла уңайлыраҡ, комфортлыраҡ буласаҡ. Бында мультимедиа ҡорамалдары, уңайлы мебель аласаҡтар.
Быйыл беренсе ултырыш космош һүрәтен төшөрөүгә бағышланды. Космосты күҙалларға, китапхана булғас, әлбиттә, китап ярҙам итте. Балаларҙы Николай Носовтың «Белмәҫйән айҙа» китапбы менән таныштырҙылар. Дәресте рәссам-педагог Гөлнара Хисамова үткәрҙе. Баҡһаң, һүрәт ижад өсөн бихисап техника һәм ысулдар бар икән! Әсәләр менән балалар бергәләп космос һүрәтен төрлө техникаларҙа эшләнеләр. Клуб ултышынан барлыҡ балалар менән өлкәндәр яҡшы кәйефтә таралыштылар.
Читайте нас: