Вадим музыкаль ғаиләлә тәрбиәләнә, ата-әсәһе Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Әсәһе Гөлназ Фәндәлис ҡыҙы – директор урынбаҫары, аккордеон класында уҡыта, атаһы Азат Рәмил улы – баян класы педагогы.
Вадимға биш ярым йәшенән әсәһе ҡулына баян тоттора, ярты йыл үтеү менән малай төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай башлай. Максим Галкинды ла ул виртуоз уйыны һәм аҡылы менән шаҡ ҡатыра. Тапшырыуҙы төшөрөү алдынан Вадимға редакторҙар өс популяр йырсының йыр көйөн ятларға ҡушалар, Мәскәүгә барғас, тағы үҙе яратҡан көйҙө лә уйнарға тәҡдим итәләр. Вадим барыһын да яҡшы итеп башҡара, хатта тапшырыуҙы төшөрөп бөтөргәс тә, сәхнәнән китке килмәй.
Вадим Тухватуллин ҡатнашҡан тапшырыуҙы яҡындағы аҙналарҙа күрһәтергә тейештәр. Тапшырыуҙы күрмәй ҡалмағыҙ!
Фотоны Гөлназ Тәхватуллина бирҙе.