«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә төрлө ауылдарҙа 26 музыка мәктәбен асыу ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға ун музыка мәктәбе сафҡа инергә тейеш.
2020 йылдың мартында Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе асыласаҡ. Ул 150 балаға күҙалланған.
Шулай уҡ быйыл Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында - 100, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 120 урынлыҡ музыка мәктәптәре төҙөлөшөн проектлау башланды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнәмәһендә балалар өсөн музыка мәктәптәре мәсьәләһенә айырым туҡталып үткәйне. Ул был белем усаҡтарының насар төҙөлөш хәлендә булыуын билдәләне. Әлеге мәлдә төрлө төбәктәрҙә музыка мәктәптәрен федераль бюджет иҫәбенә төҙөкләндереү мөмкинселеге тыуҙы.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.