Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль 2020, 23:35
Республика туған телдәр байрамынан Краснокама районы Николо-Березовка мәктәбе уҡыусыһы Анастасия Кузнецова Диплом менән ҡайтты
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Халыҡтар ассамблеяһы булышлығында ике сара үткәрҙе.
М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһындағы майҙансыҡ шләне. Бында төрлө халыҡтарҙың милли үҙаңын тергеҙеүгә һәм туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарылды. Уҡыу йортона ингән урында «Туған телемдә һөйләшәм» акцияһы ойошторолдо.
Республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре гимназия фойеһында балалар өсөн Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәре тураһында төшөнсә биргән уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе
Байрам концертында күп милләтле Башҡортостан халыҡтары телдәрендә йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны.
Ҡунаҡтар өсөн Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан «Фольклор – халыҡтың быуаттар дауамындағы аҡылы» квест-уйыны ойошторолдо. Ошо квест уйында Анастасия Диплом менән бүләкләнде.
Фото Фото
https://vk.com/club113737335?w=wall-113737335_1194%2Fall
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан