Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2020, 22:55

Мөғжизәле байрам

Ағиҙелдә Кескәй принцессалар балы – һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балалар өсөн оло байрам үтте.

Башҡортостанда беренсе тапҡыр бындай байрам үткән йыл республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хабирова инициативаһы буйынса үтте. Быйыл иһә был матур йола бөтә муниципалитеттарға таралды.
13 мартта бындай сара Ағиҙелдә үтте. “Иҙел” мәҙәниәт йорто фойеһында балаларҙы мюзиклдар геройҙары – Бремен музыканттары, Һылыуҡай һәм Ғифрәт, Алладин менән Жасмин –ҡаршы алды. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары уйнаған “тере” музыка ысын бал мөхитен булдырҙы. Полонез көйө яңғырағас, был хис нығыраҡ көсәйҙе: балалар парлап баҫып, бейеү элементтарын башҡарҙылар ҙа, концерт залына юл алдылар.
Залда улар өсөн ҙур концерт әҙерләнгәйне. “Йәшлек”, “Эльдорадо”, “Овация”, “Ноктюрн” ансамблдәре иң яҡшы номерҙарын күрһәтте. Аҙаҡ мәҙәниәт йортона бейеү һәм йыр түңәрәгенә йөрөгән һаулыҡтары буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балалар ҙа сәхнәгә менеп, бергә концертты тамамланылар.
Әммә бының менән байрам тамамланманы. Фойела төрлө фотозоналар эшләне, ҡыҙҙарға матур прическалар эшләнеләр, һүрәт төшөрөү, аквагримм, мехенди, төрлө сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ кластары үтте.
Байрамды ойоштороуҙа “Иҙел” мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренән тыш, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары коллективтары ҙур өлөш индерҙе. Байрамдың иғәнәселәре ҡала эшҡыуарҙары Владислав Назмутдинов, Галияпану Шакирова, Регина Тимерйәнова, Айгөл Фахуртдинова, Татьяна Широбокова булды.
Читайте нас: