Режиссер Булат Йосопов «Рәми. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының кинопробаһын тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған.
Кадрҙар Өфөнөң Матбуғат йортонда төшөрөлгән. Төп геройҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев уйнай.
«Был әлегә фильм түгел! Был – кинопроба! Шуға ҡаты хөкөм итмәгеҙ. Был роликта мин бөйөк шағир тураһында фильмдың атмосфераһын һәм фактураһын эҙләнем, — тип хәбәр итте режиссер үҙенең сәхифәһендә. — Коронавирус паузаһынан һуң фильмды барыбер төшөрөрбөҙ тип ышанам!».
Рәми Ғарипов тураһында фильм — «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — «Рәми. Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә арналған.
Фильмдың ижади төркөмө – сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар – Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар – Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова.
Был ғәмәл «Мәҙәниәт» нацпроектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.