Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2020, 23:41

Ағиҙелдәр йәнә Беренсе каналда

Тухватуллиндар ғаиләһе «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ҡатнашты.

Йыл башында Тухватуллиндарҙың кесе улдары Вадим Максим Галкиндың «Иң яҡшыһы» тапшырыуында ҡатнашып, бөтә Рәсәйгә талантлы йәш баянсы булараҡ танылғайны. Күптән түгел ғаиләне Леонад Якубович «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуына саҡырҙы. Популяр тапшырыуға Төхватуллиндар нисек эләккән һуң?
Быйыл беҙҙең илдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Леонид Якубович та төрлө сараларға ҡушылып, «Еңеү көнө» йырын башҡарыу буйынса онлайн-марафон ойошторған. Музыкаль Тухватуллиндар ғаиләһе клип төшөрөп, конкурсҡа ебәреп, ҡатнашыусы сертификатын алған.
Көтмәгәндә уларға «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуына саҡырыу килгән. Баҡһаң, Леонид Якубович йырҙы башҡарыуыларҙың 75 иң яҡшыһын һайлап алып, тапшырыуға саҡыра икән.
Уйында әсәй –Гөлназ Тухватуллина ҡатнашҡан, музыкаль паузала өсәүләп уйнағандар. Тапшырыуҙың нисек тамаламланған - серҙе асмайбыҙ, 18 сентябрҙә Беренсе каналды ҡарарға онотомағыҙ!
Читайте нас: