Быйыл ул 19-сы ҡабат ойошторола. «Лукойл» ойошмаһы эшмәкәрлек алып барған территорияларҙағы социаль һәм мәҙәни проекттар сиктәрендәге был конкурста беҙҙең район музейы ла ҡатнашты. Ул «Рух һәм мәҙәниәт» номинацияһында еңеү яуланы, ә уның етәксеһе Айһылыу Шәрифйәнованың проект эше иң яҡшылары исемлегенә индерелде. Грант аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдат манекены һәм кейеме, радио-һәм аудиосистемалар һатып алынды. Сара патриотик рухта үтте.