Башҡорт опера һәм балет театры Рудольф Нуриев тураһында балет ҡуйырға йыйына. Әлегә ул «Нуриев» тип атала, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов.
Премьера 83-сө миҙгелдең аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта күренекле француз хореографы Ролан Петиҙың фонды менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Балетты Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған баш балетмейстеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Иван Васильев сәхнәләштерә.