Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2020, 17:58

Наилә Әхмәтйәнова: “Ҡорама ҡороу ауыр түгел, минеңсә, тик теләк кенә булһын. Һәм түҙемлек. Һәм буш ваҡыт. Һәм эшләгән эшеңде яратыу”

Халыҡ кәсептәре

Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова инде байтаҡ йылдар ҡорама ҡороу менән шөғөлләнә. Ул боронғо кәсептәребеҙгә яңы һулыш өрөүҙе үҙенең бурысы, тип һанай икән.
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе тураһында бына ниҙәр һөйләне:
- Ҡорама ҡороу – барлыҡ халыҡтарға хас уртаҡ кәсептер ул. Борон замандарҙа туҡымалар етешмәү сәбәпле иҫкерә башлаған, балаларға бәләкәсәйгән кейемдәрҙе ташламағандар, ә икенсе әйберҙәр тегеүҙә ҡулланғандар. Киндерҙән һуғылған әйберҙәр, әлбиттә, тиҙ туҙмаған. Ә көнсығыш илдәренән, Һиндостан килтерелгән биҙәкле һәм төҫлө тауарҙар ҡиммәтле булып, тик хәлле кешеләр генә һатып ала алған. Ҡорама ҡороуға шулай, беренсенән, етешмәгәнлек сәбәп булһа; икенсенән, ҡорама әйберҙәрҙең төрлө сирҙәрҙән, зәхмәттән һаҡлау көсө бар, икәнен белгәндәр.
Бала тыуғас, 40 ҡораманан тегелгән юрғанға төрөп йөрөткәндәр. Әгәр, ғаиләлә балалар үлеп торған булһа, икенсеһе тыуғас та 40 ҡораманан тегелгән күлдәк кейҙергәндәр, һуңынан “Сир-сор китһен,” –тип, ағын һыуға ағыҙғандар ул кейемде. Шул рәүешле баланы үлемдән алып ҡалғандар, тигән ырым йәшәй.Ул йола әлеге көндә лә ҡулланыла ҡайһы бер урындарҙа.
Ҡорама ҡороу ул – тәрән фәлсәфә менән һуғарылған шөғөл. Йолаларыбыҙ, телебеҙ менән рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә онотола башлаған осорҙа боронғо кәсептәребеҙгә яңы һулыш өрөүҙе мин үҙемдең бурысым, тип һанайым. Халҡыңдың кәсептәрен төптән өйрәнеп, тарихты яҡшыраҡ үҙләштерһәң, икенсе яҡтан хатта ата-бабаларыбыҙҙың уй-хыялдарын да төшөнгән кеүек булаһың.
Ҡорама ҡороу кәсебенең техникалары бихисап. Улар төрлө осорҙарҙа (9-сы быуаттан хәҙерге көндәргә тиклем) барлыҡҡа килеп, был сәнғәт төрөн байыта баралар. Шуғалыр ҙа хәҙерге заманда ҡораманан башҡарылған әйберҙәр аш бүлмәһендә лә, диуарҙарҙы биҙәр паннолар, ҡурсаҡтар, балаҫтар, өҫтәл япмалар формаларында киң таралыу яуланы. Өйҙә ҡорама әйбер булыуы мәртәбә һанала.
Хәҙерге заманда тауар, кейемгә ҡытлыҡ юҡ, шулай ҙа бер әйберҙән икенсеһен хасил итеү процессы мауыҡтырғыс. Бик күп таныштарым миңә үҙҙәренең кейеп тә туҙҙырып өлгөрмәгән кейемдәренән икенсе әйбер тегеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Ул кейемдәрен башҡа әйберҙә күреп, ҡыуаналар. Кейемде бер яурындан икенсеһенә лә күсереп һалырға мөмкин, әммә ул артабан да һине ҡыуандырһа, тағы ла шәберәк.
Ҡорама ҡороу ауыр түгел, минеңсә, тик теләк кенә булһын. Һәм түҙемлек. Һәм буш ваҡыт. Һәм эшләгән эшеңде яратыу. Ул саҡта күҙ яуын алырҙай, күңелде йылытырҙай әйберҙәр оҙаҡ йылдар кешеләрҙе ҡыуандырыр.
Беҙҙең белешмә
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова, БашДУ-ның журналистика кафедраһы доценты, БР һәм РФ журналистар берлеге ағзаһы.
Читайте нас: