Ҡурай
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2020, 22:45

Беҙ һиңә ышанабыҙ, Роберт!

ТНТ каналында барған ”Бейеү” шоуында остаздар командаһына һайлап алыу тамамлана. Кисә “Һуңғы миҙгел”дең төп составында урын өсөн Өфөнән 22 йәшлек Арина Никогосян һынау тотто. Ул сәхнәгә Стася Кожемяко менән бергә сыҡты. Тик остаздары Егор Дружинин Стасяны һайланы.

Арина Никогосян “Бейеү” шоуының “Һуңғы миҙгел”енә Камилла Дәүләтҡолова һәм Екатерина Иванова менән бергә килгәйне. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙың һәр береһе яйлап төшөп ҡалды.
Әммә беҙҙең тағы ла бер яҡташыбыҙ – Белорет ҡалаһынан 27 йәшлек Роберт Әмиров остаздарҙың береһенең командаһында ярышты дауам итә. Тырыш, ныҡышмал егет “Бейеү” проектында өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә ул "Топ-50" иҫәбенә инә, артабан, 2018 йылда, команда формалашҡанда төшөп ҡала.
"2014 йылда тәжрибәм юҡ, етмәһә, 30 килограмға ауыр инем. 2018 йылда яһалмалыҡҡа өҫтөнлөк биреүем сәбәпле хаталандым. Эфирҙы ҡараған дуҫтарым, туғандарым бөтәһе лә бер һүҙҙән "беҙ икенсе Робертты белә инек, ә ҡайҙа, нимә өсөн барғанын аңламаған, хис-тойғоһоҙ, күңелһеҙ егетте түгел" тип белдерҙе. Эйе, шулай булды ла: бейеүҙән, ошо мәлдән кинәнес алыр урынға, үҙемде дөрөҫ тотаммы, йөрөгән ҡыҙым ҡыҙғанмаҫмы, шоуға лайыҡмынмы тигән уйҙарҙан сыға алманым... Етмәһә, хейтерҙар эфирҙарҙан һуң теләһә ниҙәр яҙып кәйефемде бөтөрҙө. Ғөмүмән, күп нәмә ҡамасауланы", – тине Роберт.
Һуңғы ике йылда ул үҙе өҫтөндә ныҡлы эшләй, оҫталыҡ дәрестәре бирә, хип-хоп йүнәлеше буйынса үҫешә, шулай уҡ юрист дипломы ала.
"Проекттың һуңғы миҙгеленә бөтөнләй яңы кеше булып барам. Остаздарға үҙемде яҡшы, ышаныслы тойоу мөмкинлеге биргән шәп бейеү ҡуясаҡмын. Әлегә бөтөн серҙәрем менән уртаҡлашмай торам. Тамашасыны бүләк көтә", – тип белдерҙе бейеүсе.
Тапшырыуҙы ҡарағандар бейеү конкурсының ни тиклем көсөргәнешле барғанын белә. Көнәркәшлек ныҡ көслө, әммә Роберт бирешмәҫ, маҡсатына өлгәшер тип ышанабыҙ. Уңыштар һиңә, яҡташыбыҙ!
Фото: ТНТ каналының Өфөләге матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Be--i--ishanabi--Robert-545330/
Читайте нас: