Ҡурай
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2020, 21:40
"Ҡошсоҡ" беҙҙең ҡыҙға бәхет килтерҙе
Беренсе каналда сираттағы "Тауыш" йыр конкурсы бара. Был юлы Башҡортостандан унда өс кеше көс һынашырға барғайны.
Өфөнән Руслан Воротников һәм Нефтекаманан Яна Ғәббәсова "һуҡыр тыңлау"ҙы үтте, ә бына Екатерина Ямщиковаға бәхет йылмайманы, сөнки артабанғы турға бер генә урын ҡалғайны, ә Валерий Сюткин уның үҙенсәлекле тауыш менән попурри башҡарғанын тейешенсә баһаламаны.
Руслан "Непара" дуэтының "Илама"һын йырлап – Валерий Сюткин, Яна "Титаник" кинофильмынан "Минең йөрәгем артабан тибәсәк" композицияһын башҡарып Полина Гагарина командаһына эләккәйне.
Хәҙер проектта дуэттар алышы башланды. Яна Ғәббәсова сәхнәгә Даниил Дудин менән бергә сыҡты. Улар "Ҡошсоҡ" хәрби йырын башҡарҙы. Йәнә яҡташыбыҙҙың моңло тауышы өҫтөнөрәк булып сыҡты – ул артабанғы турға үтте. Афарин!
Фото: kzgazeta.rbsmi.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/oshso--be-e--i-a-b-het-kilter-e-554785/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан