Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2020, 21:50

"Хәйбулла"ла – ҡот осҡос ваҡиғалар...

Республикабыҙҙа “Хәйбулла” тарихи триллеры өҫтөндә эш башланды. Унда Баймаҡ районында булған хәлдәр тураһында һүҙ бара, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Ҡот осҡос афәт - аслыҡ - 1921 йылдың февралендә башлана, унда республика халҡы 650 мең кешегә - 22 процентҡа кәмей. Бындай ҡурҡыныс аслыҡ Башҡортостан тарихында бер ҡасан да булмаған. Шуға ла ул кешеләр хәтеренә “ҙур аслыҡ”, “йотлоҡ йылы” тип инеп ҡалған. Халыҡ ныҡ интеккән, күптәре үлгән, хатта мәйет, кеше ашау башланған.
Фильмда Хәйбулла исемле ир, ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарам тип, халҡы тамағын туйҙырыу өсөн барыһына ла әҙер булған күрше ауылға юғалған атын эҙләргә бара.
Төп ролде – Хәйбулланы – блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев уйнай. Фильмдың режиссеры – Рөстәм Шәйхетдинов, сценарий авторы – Санкт-Петербург кино һәм телевидение институты магистры Даниил Рази, оператор – “Ника-2020” премияһы лауреаты Айрат Йәмилев, ҡуйыусы рәссам – Урал Мәхийәнов.
Әле фильм төшөрөү урыны табылған, актерҙар төркөмө раҫланған, ижади команда тупланған. XX быуаттың ҡот осҡос фажиғәһенә шаһит булғандарҙың тоҡомо һөйләүе буйынса, тизер һәм “Ҙур аслыҡ” документаль фильмы әҙерләнгән.
Фильмдың проекты Бөтә Рәсәй дебютанттар питчингы барышында IV Башҡорт питчингы еңеүсеһе булды. Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында төшөрөлә.
Драма-ғибрәтле хикәйәне төшөрөү йәй үк башланған, ҡыш та дауам итә. Әле авторҙар өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын эҙләй, бағыусыларҙан төрлө төрҙәге ярҙам кәрәк. Миләттәштәр, тарихи фильмға үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ.
Фото: “Башинформ
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-ybulla-la--ot-os-os-va-i-alar-607605/
Читайте нас