Йыл һайын йола буйынса Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан ҡала мәҙәниәт бүлеге патриотик йыр конкурсын үткәрә. Быйыл да был конкурс яңы йырҙарға, асыштарға бай булды.
Балалар баҡсалары быйыл конкурста онлайн ҡатнашты. I дәрәжә дипломды “Мин еңеүсе булып ҡайтам” йырын башҡарған 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм “Буденовсы” йырын башҡарған 4-се балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” студияһы яуланы.
Ҡалған йырсылар Ағиҙел спорт-ял итеү үҙәге сәхнәһендә сығыш яһаны. Жюри командаһы I дәрәжә дипломды алты башҡарыусыға тапшырҙы. Бына улар: “Ноктюрн” ансамбленең урта һәм кесе төркөмө, ошо ансамблдең етәксеһе Эльмира Әхмәҙиева менән шөғөлләнгән Радмила Сайфутдиарова һәм Арина Ғәлиева, “Зоренька” ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө һәм “Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы Илнур Шәүәлиев.
Лауреаттарҙың сығыштарын Ағиҙел тамашасыһы 23 февралгә бағышланған концертта ҡарай алды.
Фотола: “Зоренька” ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө.