Музей бүлмәһен асыу тантанаһына махсус ҡунаҡтар саҡырылғайны. Ул ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Йосопов, уның ҡатыны, Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиевтың ейәне Альбина Шаһиева-Йосопова, ҡалала йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәфисә Йыһангированың ҡыҙы Рина Шәфиева, ҡаланың ветерандар Советы рәйесе Марсель Усманов. Бүлмә асыу символик таҫмаһын Эдуард Йосопов менән Рина Шәфиева киҫте.
Был бүлмәлә Ағиҙел ҡалаһы урынында булған Таҡталасыҡ һәм Иҫке Ҡабан ауылынан фронҡа киткән ветерандар тураһында мәғлүмәт тупланған, шулай уҡ Афған һуғышы һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар тураһында альбомдар төҙөлгән, хәтирәле экспонаттар, фотоһүрәттәр тупланған. Бүлмәнең ҙур өлөшөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған интерактив күргәҙмә биләй. Музей мөдире Әлфиә Дәүләтова һөйләүенсә, был күргәҙмәне үткән йылда республиканың күп музейҙарына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы менән берлектә республиканың Милли музейы бүләк итте.
Әлфиә Әбүҙәр ҡыҙы музейҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән өсөн ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилвановҡа һәм ҡала Советы депутаттарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Марсель Хаммат улы музейға шәхси китапханһынан ике китап бүләк итте. Музыкаль бүләкте Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары Айрат Садиров менән Светлана Назарова әҙерләне. Кескәй балалар һуғыш батырҙары һәм тыныслыҡ тураһында шиғырҙар һөйләне.
Әлфиә Дәүләтова уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, музейҙа Батырлыҡ дәрестәрен үткәрергә саҡырҙы.