Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2021, 15:28

Ағиҙел пляжында ҡомдан халыҡ ижады геройҙары һындарын эшләнеләр

«Ағиҙел тулҡындары» республика фестивале сиктәрендә ҡала учреждениелары төрлө күргәҙмә һәм конкурстарҙа ҡатнаштылар. Шулар араһында иң ҡыҙыҡлыһы – ҡомдан эшләнгән һындар конкурсы.

Быйыл был конкурс шулай уҡ Фольклориадаға бағышланғайны.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениеһы командаһы «Яңы ғүмер тыуыуы» тип аталған композиция эшләгән – ике ҙур ус төбөндә йоҡлап ятҡан бәпес.
Балалар баҡсалары командалары рус халыҡ әкиәттәренә мөрәжәғәт иткән. 4-се балалар баҡсаһы Айыу менән Машаны эшләгән, 1-се балалар баҡсаһы «Ал сәскә» әкиәтендәге Ғифритты эшләгән. 5-се балалар баҡсаһы командаһы ҡомдан Матрешка ижад иткән, ошондай уҡ фигураны мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре эшләгән.
2-се мәктәп командаһы билдәле булған башҡорт балы темаһын асҡан – улар бал мискәһен ҡосаҡлап ятҡан айыуҙы эшләгән. Башҡорт гимназияһы ла ошо темаға һын эшләгән, тик тағы бал ҡушылып бешерелә торған милли ризыҡ – сәк-сәк тә өҫтәп ҡуйған.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы Павел Бажов әкиәтенән малахит ҡумтаны эшләгән.
«Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы ағзалары эшләгән тауҙың бер яғында – гармун, икесе яғында – балалайка менән рус егете төшөрөлгән.
Халыҡ ижады тематикаһын шулай уҡ «Савитар» балаларға өҫтөмө белем биреү үҙәге командаһы ла асҡан. Улар эшләгән аждаһаның ауыҙынан ут бөркөп тора. Авторҙан фекеренсә, был персонажға ут стихияһы ла, һыу батшалығы да буйһона. Ошо аждаһа конкурстың еңеүсеһе булды ла инде.
Конкурста ҡатнашҡан бөтә командалар ҙа дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.
Читайте нас: