Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июль 2021, 23:08

Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы илдәр Яңауылда ҙур байрам ойошторҙо

Тамашасы сәхнәнән күҙҙәрен ала алманы

Яңауылда VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы илдәрҙең сәнғәт оҫталары ҡуйған концерт нәҡ биш сәғәт дауам итте. Әлеге сара өсөн махсус ҡуйылған сәхнәлә Әзербайжан, Хорватия, Эстония, Чили, Парагвай, Һиндостан, Бенин ижад коллективтары бер-бер артлы сығыш яһаны. 2021 йылдың 6 июль көнө Яңауыл халҡы һәм район ҡунаҡтары күңелендә бик оҙаҡ һаҡланыр һәм улар балаларына, ейәндәренә иҫ киткес концерт, төрлө милләттәрҙең үҙенә күрә бер Ижад олимпиадаһын күрергә насип булыуы тураһында һөйләр.
Фото: Янаульские зори.
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: