Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2021, 15:52

Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы

Оло Туғанай ауылында удмурт халҡы дуҫ-татыу йәшәйҙәр.

Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы
Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы

Ошо көҙгө һалҡын ноябрь көндәрендә Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында удмурд халыҡ милли йола байрамы - «Ҡаҙ өмәһе» үткәрелде. Оло Туғанай ауылында удмурт халҡы берҙәм булып дуҫ-татыу йәшәйҙәр. Ата-бабаларҙан һаҡланып килгән бөтә милли йола байрамдарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәш быуындарға еткерергә һәм һаҡлап ҡалырға тырышалар.

Ауыл ерендә халыҡ оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ көнө сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре көҙгә оло ҡаҙга тиңләшәләр. Шул ваҡытта хужабикә үҙ йортона йәш килендәрҙе, туғандарын һәм күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөййләй-һөйләй, йырҙар йырлай-йырлай һәм таҡмаҡтар әйтешә-әйтешә ҡаҙ йолҡалар. Уннан ҡаҙҙарҙа көйәнтәгә элеп йылға буйына баралар, йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.

Кисенә ҡаҙ өмәһендә ҡатнашыусыыларға ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майы менән майланған тәйекмәк әҙерләнә. Уйын-көлкө, йыр-бейеү меннә ҡаҙ өмәһе ашы дауам итә.

Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы
Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы
Ҡалтасы районында «Ҡаҙ өмәһе» уҙҙы
Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: