Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2021, 16:08

«Тамаша» рус телендә спектакль ҡуйҙы

Ағиҙел ҡалаһының "Иҙел" мәҙәниәт йортондә күп йылдар эшләп килгән "Тамаша" халыҡ театр студияһы беренсе тапҡыр рус телендә спектакль ҡуйҙы. Премьера 10 декабрҙә булды.

«Тамаша» рус телендә спектакль ҡуйҙы
«Тамаша» рус телендә спектакль ҡуйҙы

Режиссер Рәсимә Сәләхова Людмила Духанинаның "Әллә мин юҡ микән" тип аталған психологик драмаһын ҡуйҙы. Пьеса  ата-әсәләрҙең үҙ балаларына бәғерһеҙ мөнәсәбәте нимәгә килтергәнен күрһәтә. Әсәһенән һөйөү күрмәгән, атаһынан гел ялған вәғәҙәләр генә ишетеп үҫкән малай тормош юлында  ҙур хаталарға дусар була.

Төп ролдәрҙе 2-се мәктәп уҡыусылары Илнур Йәнгиров, Олег Лутчин һәм Данил Шакиров уйнай. Бәғерһеҙ әсә ролен Гөлшат Сәләхова башҡара. Спектакль тамамланғас, ул тамашасыларға: “Балаларығыҙҙы, бер нимәгә лә ҡарамай, һөйөгөҙ. Һеҙҙең һөйөү булһа, улар тормошта юғалмай», - тине.

Спектаклгә билетты  "Пушкин картаһы" менән алырға булды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: