Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Декабрь 2021, 13:30

Ҡалтасы районында Ҡыш бабайҙар парады үтте

Был матур сара районда ике йыл рәттән уҙғарыла һәм традицияяға әүерелеп килә.

Ҡалтасы районында Ҡыш бабайҙар парады үтте
Ҡалтасы районында Ҡыш бабайҙар парады үтте

Яңы йыл байрамы бер ҡасан да Ҡыш бабайһыҙ үтмәй. Бына инде өс йөҙ йылға яҡын ул балалар һәм оло йәштәгеләргә лә иң көтөп алған Яңы йыл ҡунағы булып ҡала.

Ҡалтасы районында – Ҡыш бабайҙар парады бик матур үтте. Был матур сара районда ике йыл рәттән уҙғарыла һәм традицияяға әүерелеп килә. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы балалар ҙа һәм өлкәндәр ҙә яратып ҡаршы ала.

Үҙәк майҙанда шыршы байрамы төп өлөшөн дауам итте. Бында йыр һәм бейеүҙәр. Төрлө ҡышҡы уйындар һәм әйлән-бәйлән шаярыуҙар өҫтөнлөк алды.

Һуңынан райондың төп шыршыһын асыу тантанаһы булды.

Бар халыҡ төрлө төҫтәр менән балҡыған шыршы янында күңел асты һәм яҡшы кәйеф менән таралыштылар.

Ҡалтасы районында Ҡыш бабайҙар парады үтте
Ҡалтасы районында Ҡыш бабайҙар парады үтте
Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: