Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2021, 13:55

Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестивале үтте

Байрам маршрутының ҙур компанияһына райондың олоһо ла, кесеһе лә берҙәм ҡушылды.

Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестиваль үтте
Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестиваль үтте

27 декабрҙә Үрге Тәтешле ауылында мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” район фестивале үтте. Байрам маршрутының ҙур һәм татыу компанияһына был ғәҙәти булмаған ваҡиғаны ҡарарға һәм костюмлы парадта ҡатнашаусылар менән бергә Яңы 2022 йылдың яҡынайыуына шатланырға райондың олоһо ла, кесеһе лә берҙәм ҡушылды. Район Мәҙәниәт һарайының үҙәк майҙанында йырҙар яңғыраны, фестивалдә ҡатнашыусылар бейене һәм ҡупшы шыршы эргәһендә күңел асты.

Шулай уҡ “Иң яҡшы Ҡарһылыу-2021” район конкурсында ҡатнашыусыларҙы ла бүләкләнеләр. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле дипломдар һәм бүләктәр алды. Ә “Иң яҡшы Ҡарһылыу-2021” исеменә Шулған ауылынан Розалина Әхмәтнурова лайыҡ булды. Шулай уҡ иң яҡшы костюмлы әкиәт персонаждарына ла Яңы йыл дипломдары тапшырылды.

 

автор: Зинира Фахриуллина

#ТатышлинскийРайон #НовыйГод2022 #НГ2022 #ПарадДедовМорозов

Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестиваль үтте
Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестиваль үтте
Тәтешле ауылында “Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары парады” фестиваль үтте
Автор:
Читайте нас: