Унда республикабыҙҙың Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Нуриман райондарынан һәм Ҡурған өлкәһенән килгән ғаиләләр төрлө номинацияларҙа көс һынашты. Конкурста ҡатнашыусылар жюри иғтибарына үҙ номинацияһында өс минутлыҡ видеоролик тәҡдим итте. Районыбыҙҙы бөтәбеҙгә лә билдәле журналист Әлфиә һәм шәхси эшҡыуар Алмаз Сәлимгәрәевтар, Гөлназ һәм район депутаты, виртуоз ҡурайсы Айнур Ҡыямовтар, Ғәли Соҡорой рухын ололаған Зинфира һәм Бәхтегәрәй Әрмәншиндар ғаиләләре яҡланы. Һәр өс ғаилә лә үҙ номинацияһында еңеү яуланы.
“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Әрмәншиндар үҙ шәжәрәһен тәҡдим итеп, ете район араһынан 1-се урынға сыҡты.
“Ғаилә һөнәре” номинацияһында умартасылыҡ буйынса бик күп конкурстарҙа ҡатнашҡан, районда умартасылар йәмғиәтен булдырған Сәлимгәрәевтар 2-се урын яуланы. Йәш эшҡыуар, үҙ эшен булдырып, күптән түгел ошо йүнәлештә магазин асып ебәрҙе. Был ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙән тыш, район һәм республика кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
“Ғаилә ижады” номинацияһында Ҡыямовтарҙың ишле ғаиләһе 2-се урынға сыҡты. Гөлназ һәм Айнур — өлгөлө ғаилә эталоны. Улар өс бала тәрбиәләй. Бәләкәй ҡыҙҙары атаһы башҡарған ҡурай моңона башҡорт бейеүен тәҡдим итһә, Гөлназ “Урал батыр” эпосынан өҙөк уҡыны. Йәш, талантлы ғаиләнең музыкаль видеоролигы жюри тарафынан юғары баһаланды.
Район данын яҡлаусы еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Ә республика этабында ҡатнашасаҡ Әрмәншиндарға уңыштар юлдаш булһын!