Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2022, 15:59

«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте

Үткән шимбәлә "Айыҡ ауыл" район конкурсында еңеүселәр - Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы ҡунаҡтар ҡабул итте.

«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте
«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте

Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярыштары һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Рәсәйҙең саңғы юлы" саңғы ярыштары һәм район тарихында тәүге — удмурттарҙың "Докья", башҡорттарҙың "Табын", "Танып", "Гәрәй" ырыуҙарының "Күңелле шудонъёс" («Күңелле уйын») ярыштары үтте.

Дүрт ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан торған командалар башҡорт эстафетаһында — бүрәнәне бысыу, утынға ярыу, тиҙлеккә ташыу; удмурт триатлонында — ҙур саналарҙы тиҙлеккә йөрөтөү, ҡулсаны мәргәнлеккә атыу һәм дистанцияны үтеү, мега-саңғыла команда менән шыуыу, бүрәнәне түңәрәктән сығарыу, быйманы алыҫҡараҡ ырғытыу, арҡан тартышыуҙа көс һынашты. Байрам автоклуб артистары концерты менән үрелеп барҙы.

 

 

«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте
«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте
«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте
«Күңелле уйын» ярыштары ҡунаҡтар ҡабул итте
Автор:Зинира   Фахриуллина        
Читайте нас: