Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март 2022, 09:28

Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы

Оло Туғанай ауылында «Вой келян - Масленица» исемле регион-ара удмурт фестивале үтте.

Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы

Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында «Вой келян - Масленица» исемле регион-ара удмурт фестивале үтте. Фестиваль «Айыҡ ауыл-2022» республика кимәлендә ойошторолған конкурс тарафыннан үткәрелде.

Оло Туғанай ауылы фестивалгә Тәтешле, Яңауыл, Кушнаренко, Илеш, Борай һәм Ҡалтасы ауылдарыннан удмурт фольклор ансамблдәрен йыйҙы. Ошо байрамға Бөтә дөнъя башҡорттары ҡоролтай ағзаһы, «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының етәксеһе Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы һәм Бөтә дөнъя башҡорттары ҡоролтай ағзаһы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без башҡортлар» ойошмаһының етәксеһе Бәхтиев Радик Рәлиф улы ла саҡырылды.

Борай районыннан «Инвожо», Яңауыл районыннан «Югдон», Тәтешле районыннан «Миләшкәй», Кушнаренко районыннан «Италмас», Илеш районыннан «Йәш йүрәктәр» удмурт вокаль ансамблдәре фестивалдә сығыш яһанылар. Ҡалтасы районыннан «Зангари», «Ингур» һәм «Марзан» удмурд вокаль ансамблдәре актив ҡатнаштылар. Улар һәр береһе удмурт халыҡ йырҙарын башҡарҙылар. Байрам һуңында һәр милли вокаль ансамбль маҡтаулы грамоталар һәм бүләктәр менән бүләкләнделәр.

Ауылдың уртаһын байрамса биҙәлгән сәхнә һәм милли тирмәләр йәм биреп торҙо. Тирмәләрҙә удмурт халҡының милли йыһаздары һәм күргәҙмәләр урын алды. Ауылдың билдәле ҡортсоһо үҙенең төрлө шифалы бал-кәрәҙҙәре менән халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы.

Байрам майҙаны гөрләп торҙо. Бер яҡта - тирмәләрҙә милли күргәҙмәләр булһа, икенсе яҡта - ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын ҡайнар былау менән һыйланылар, өсөнсө яҡта – удмурд йырҙары яңғыраны, ә дүртенсе яҡта – башҡорт халҡының спорт уйыны «Бәйге» ойошторолдо.

«Бәйге» спорт уйынында Ҡалтасы районында йәшәгән өс ырыу вәкилдәре ҡатнашты. Улар ҙа булһа, башҡорт ырыуҙарыннан – Гәрәй һәм Эске йылан ырыуы, ә удмурд ырыуыннан – Коньга выжы ырыу вәкилдәре. Милли спорт уйынын төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без башҡортлар» ойошмаһының етәксеһе Бәхтиев Радик Рәлиф улы алып барҙы. «Бәйге» милли спорт уйынында башҡорт халҡының милли уйындары үткәрелде: «Мәргән уҡсы», «Бүрәнә», «Мас-рестлинг», «Ҡанат тартыш», «Аркан» һәм «Ҡапсыҡ менән һикереү» кеүек милли уйындар ойоторолдо. Бәйге бик көсөргәнешле барҙы һәм һәр команда тигеҙ көс һынаштылар. Спорт уйыны берҙәм арҡан тартыу менән тамамланды.

Шулай итеп, «Вой келян - Масленица» байрамы удмурт милли фестивале генә түгел, ә милләт – ара фестивалгә әүерелде, сөнки фестиваль башҡорт, татар, рус, удмурт һәм мари халыҡтарын берләштерҙе. Ошондай матур байрам бөтә ҡунаҡтар һәм ауыл халҡының күмәк бейеүҙәре менән тамамланды.

Һәр кем үҙ тыуған телен, үҙ халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йола байрамдарын өйрәнергә, белергә һәм һаҡлап ҡалырға тейеш.

Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Ҡалтасы районы удмурт фестиваленә йыйҙы
Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: