«Салауат» эстрада театры (Татарстан Республикаһы) директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Награданы Өфөлә АРТ-Ҡоролтайҙың икенсе мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
«Бөгөн бик ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерәм. Пандемия сәбәпле өс йыл тиерлек эшләмәнек, айырыуса беҙҙең мәҙәниәт өлкәһе өсөн бик ауыр йылдар булды. Минеңсә, был награда миңә аванс бирелде — хәҙер тағы ла нығыраҡ тырышырмын! — тине Салауат Фәтхетдинов «Башинформ» агентлығына. — Мин Башҡортостан менән ғорурланам, ҡайҙа ғына барһам да, уны маҡтайым. Башҡортостан — икенсе Швейцария, уны ҡәҙерләргә һәм ошонда рәхәтләнеп йәшәргә кәрәк, тип ҡабатлауҙан туҡтамайым».
Йырсы үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе 7, 8 һәм 9 апрелдә Өфөлә үтәсәк «Салауат» эстрада театры концерттарына саҡырҙы.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.