Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2022, 12:34

Андрей Назаров: 2022 йылда Йәштәр театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Нур» театры төҙөкләндерелә

2022 йылда биш сәнғәт мәктәбендә, өс музейҙа һәм 14 ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәрен финанслау ҡаралған.

Быйыл Октябрьский музыка училищеһында капиталь ремонт тамамлана һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, «Нур» татар театрында ремонт эштәре башлана. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —  Ҡоролтай ултырышында премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.

2021 йылда Сибайҙа ремонт эштәре тамамланғандан һуң яңыртылған филармония — Урал аръяғында урынлашҡан ҙур концерт-театр объекты үҙ ишектәрен асты. Ҡариҙел районында ике ауыл Мәҙәниәт йорто төҙөлдө. 18 мәҙәниәт объекты, мәҫәлән, Өфө балалар филармонияһы, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Бәләбәй районында һәм Стәрлетамаҡта балалар сәнғәт мәктәптәре, Стәрлетамаҡ республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы яңыртылды.

2022 йылда биш сәнғәт мәктәбендә, өс музейҙа һәм 14 ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәрен финанслау ҡаралған.

«Өфөнөң 450 йыллығына Яңы Евразия китапханаһын төҙөргә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкцияларға йыйынабыҙ. Этнообъекттар бер нисә быуын өсөн үҙенә тартып торған күп функциялы үҙәктәргә әүерелергә тейеш, — тине Андрей Назаров. — 2022 йылда биш моделле китапхана булдырыу һәм өс кинозалды яңыртыу ниәте бар».

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: