Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2022, 09:24

Краснохолмский ауылында яңы һанлы кинозал эшләй башланы

Тағы ла бер кинозал асыу көтөлә, уныһы - Ҡалтасыла.

Краснохолмский ауылында яңы һанлы кинозал эшләй башланы
Краснохолмский ауылында яңы һанлы кинозал эшләй башланы

16 ноябрҙә Краснохолмский ауылының «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында яңы һанлы кинозал эшләй башланы. Быға «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында һәм «Кино фонды» булышлығында өлгәшелде.

Киносеанстар көн һайын тиерлек: көндөҙгө сәғәт 4-тә, киске 6-ла һәм 8-ҙә (дүшәмбе һәм йоманан тыш) ойошторола.

Ҡалтасы районы башлығы Зәбир Ғабдуллин социаль селтәрҙә тағы ла бер яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты: декабрҙә Ҡалтасыла яңы кинозал асыла, әлеге ваҡытта унда ремонт бара.

Краснохолмский ауылында яңы һанлы кинозал эшләй башланы
Краснохолмский ауылында яңы һанлы кинозал эшләй башланы
Автор:
Читайте нас: