Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2023, 14:17

Республикала ауылдарға йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берешәр миллион һум түләнә

Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин.

Республикала ауылдарға йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берешәр миллион һум түләнә
Республикала ауылдарға йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берешәр миллион һум түләнә

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы баҫылған.

Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берешәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибен бер ай эсендә әҙерләйҙәр.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: