Танылған «бау» - иң популяр традицион мари бейеүҙәренең береһе. Энергетикаһы буйынса бейеү иҫ киткес матур, үҙенсәлекле. Күптәр тап ошо бейеүҙе халыҡтың нигеҙе һәм күңеле тип атай. Уның тағы бер үҙенсәлеге шунда: бейеүҙә бер үк ваҡытта кешеләрҙең һаны сикләнмәгән булыуы мөмкин. Ул йөҙәрләгән метрға һуҙыла, бер нисә сәғәт дауам итә ала. Бына был юлы ла иртән башланған бейеү «бау»ы кискә тиклем үрелеп барҙы.
Ҡалтасы ауылының үҙәк майҙаны байрам ваҡытында йәйәүлеләр зонаһына әйләнде. Бер яҡтан райондың ауыл биләмәләре әҙерләгән милли ихаталар урынлашҡан. Уларҙа башҡорт, рус, мари, татар һәм удмурт халыҡтарының бай милли мәҙәниәте, көнкүреше, йолалары сағыу күрһәтелде. Милли ихаталар ҡаршыһында оҫталар урамы һуҙылған.
Бейеү бауының барлыҡҡа килеү тарихы тураһындағы матур прологтан, мари халҡының дин әһелдәре байрамға фатиха биргәндән һуң, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин бейеү фестивален асты. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡтар ҙа сәләмләне.
Сараға 30-ҙан ашыу ижади коллектив килгәйне. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: Ҡалтасы, Яңауыл, Краснокама, Нуриман, Мишкә, Балтас, Борай, Дүртөйлө райондары, Бөрө һәм Нефтекама ҡалалары, шулай уҡ Мари Иле, Удмурт республикаһы, Татарстан, Свердловск өлкәһе һәм Екатеринбург ҡалаһы коллективтары.
Конкурста ҡатнашыусылар бер нисә сәғәт дауамында бер-береһен алмаштырып, тамашасыларҙы һәм компетентлы жюриҙы йыр-бейеүҙәр менән хайран итте. Был атмосферала байрамда ҡатнашыусыларға бөтә тамашасылар ҙа ҡушылды.
Фестивалдең Гран-прийына Мари Иле Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһынан «Марий памаш» халыҡ фольклор-этнографик ансамбле (етәксеһе М. Соловьева) лайыҡ булды.
Сығанаҡ: "Калтасинская Заря"