Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2023, 16:34

Башҡортостанда күренекле йырсы Хәниә Фәрхиҙе иҫкә алалар

Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисының вафатына алты йыл тулды.

Башҡортостанда күренекле йырсы Хәниә Фәрхиҙе иҫкә алалар
Башҡортостанда күренекле йырсы Хәниә Фәрхиҙе иҫкә алалар

27 июлдә йырсының тыуған яғы Тәтешле районында ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән легендар йырсы Хәниә Фәрхиҙе (Биктаһирова) иҫкә алалар. Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисының вафатына алты йыл тулды.

Хәниә Фәрхиҙең (1960- 2017) репертуарында 300-гә яҡын йыр бар ине, улар иҫәбендә - «Әлдермешкә ҡайтам әле», «Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә», «Онотолор тимә», «Ҡышҡы сейә» кеүек хиттар һәм башҡалар. Яҡташыбыҙҙың ижадын яратҡан һәм ихтирам иткән һәр кем йырсының һәйкәленә килеп, сәскәләр һалырға мөмкин. Бөгөн иртәнән үк район мәҙәниәт һарайы майҙанында уның популяр йырҙары яңғырай.

«27 июль талантлы йырсының ижадын һөйөүселәр өсөн ҡара көн булды. Беҙ Хәниә Фәрхи тураһында яҡты иҫтәлекте күңелдәрҙә һаҡларбыҙ, сөнки уның йырҙары — беҙҙең йөрәктә», — тип билдәләнеләр район мәҙәниәт идаралығында.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: