Күскилдиндар ғаиләһенең тарихы — һигеҙ тиҫтә йыл менән айырылған, әммә бурыс, намыҫ һәм Ватанға һөйөүҙең өҙөлмәҫ ептәре менән бәйләнгән ике һуғыш йылъяҙмаһы.
Альберт Күскилдин һәм Әғзәм Ғәләүетдинов. Альберт Раил улы Күскилдин, «Спецназ Ахмат» подразделениеһы ирекмәне, ә олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Әхкәм улы Ғәләүетдинов, уларҙың яҙмыштары батырлыҡ мираҫының быуындар аша тапшырылыуын күрһәтеп, көҙгө кеүек бер-береһен сағылдыра..
2024 йылдың июлендә Альберт Күскилдин Чечняға «Спецназ Ахмат» ирекле подразделениеһы менән контракт төҙөргә бара. Спецназдың рус университетында (РУС) биш көнлөк снайпинг курстары үтеүе уның өсөн ысынбарлыҡҡа беренсе аҙым була.
— Ирекмәндәр етерлек йыйылғас, беҙҙе Луганск өлкәһенә ебәрҙеләр, — тип хәтерләй Альберт. — Унда беҙҙең менән «музыкант»тар эшләне — беҙ инструкторҙарҙы шулай атай инек. Уҡыуҙарҙан һуң йүнәлештәр буйынса бүлделәр.
Уның юлы ВСУ артиллерияһы һәм «ҡоштар» (пилотһыҙ осоусылар өсөн армия сленгы) һәр көндө ҙур һынауға әйләндергән Белгород йүнәлешенә табан була.
— Оборонаға эшләнем, позицияларҙы тергеҙҙем, нөктәләр араһында юл күрһәтеүсе булдым, сөнки был урындарҙы яҡшы өйрәндем. Яралыларҙы эвакуацияланым, юлдарҙы «терпеләр»ҙән (танктарға ҡаршы кәртәләрҙән) һәм дрондар ташлауҙарҙан таҙарттым. «Ҡоштар»ҙан йыш ҡасырға тура килде, — тип тыныс ҡына һөйләй ул.
Х ә ҙ е р , к о н т р а к ты тамамланғас, Альберт хеҙмәттәштәре менән бәйләнештә тора.
Уның олатаһы Әғзәм Ғәләүетдинов Бөйөк Ватан һуғышы һынауҙары аша үтә. 1943 йылда, 19 йәшендә, 33- сө армияның пулемет взводы менән командалыҡ итеп, Смоленск янында беренсе алыштарҙа ҡатнаша. Витебск янында яралана, дауаланып, 1944 йылдың йәйендә, ул, 2-се Белорус фронты сапер взводының кесе лейтенанты, Минскиҙы азат итә.
Олатаһының хәтирәләре — тарихтың тере тауышы: «Был 1944 йылдың йәйендә булды. Минск янында беҙҙең частарҙы 300 меңгә яҡын немец уратып алды. Фашистар механизацияланған бригаданы Брест яғынан ярҙамға күсерергә ҡарар итә. Беҙҙең батальон — 18 Т-34 танкыһы һәм минең сапер взводы — ҡаршыға хәрәкәт итәбеҙ. Танктарҙы юл буйындағы сауҡалыҡта йәшерҙек. Төшкә тиклем көттөк. Немецтар разведкаһыҙ, ашығыс рәүештә бара. Комбат алғы частарҙы үткәрҙе һәм һуңынан төп көстәргә һөжүм итте. Немецтар беҙҙең нисәү икәнлегебеҙҙе аңламаны. Был буталышта беҙ уларҙың штабын юҡ иттек. Шулай итеп, Бресҡа юл асылды...»
Варшава янында Әғзәм Әхкәм улы икенсе тапҡыр яралана һәм еңеүҙе госпиталдә ҡаршылай. Уның тарихы меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарған тактика, һалҡын ҡанлылыҡ һәм ҡорбанлыҡ тураһында. Заман, ваҡыт айырмаһына ҡарамаҫтан, олатай менән ейәндең яҙмыштары ғәжәйеп оҡшаған.
Икеһе лә билдәһеҙлек шарттарында эш итеү кәрәклегенә юлыға: Альберт — өҙлөкһөҙ ут һәм дрон һөжүме аҫтында, Әғзәм — һәр аҙым хәлиткес булған танк засадаһында.
Икеһе лә юл күрһәтеүсе була: Альберт иптәштәрен снарядтар шартлауҙан барлыҡҡа килгән соҡорҙар аша алып барһа, олатаһы танкистарға юлды мина яландары аша тәьмин итә. Уларҙың икеһен дә башҡаларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ берләштерә: Альберттың «300-сө» һәм «200-се»ләрҙе эвакуациялауы олатаһының танк десантын ҡотҡарыуы менән ауаздаш.
— Батырлыҡтары менән олатайым бер ҡасан да маҡтанманы, уның өсөн ордендары һөйләне, — ти Альберт. — Хәүефле, ауыр ваҡыттарҙа уның Минск янында танктар тураһындағы тарихын иҫемә төшөрә инем. Шуны яҡшы белдем: ул түҙгән, сыҙаған, тимәк, мин дә бирешмәйәсәкмен.
Уларҙың бәйләнеше ғаилә тарихы ғына түгел, был вариҫлыҡ символы ла, сөнки хөрмәт, батырлыҡ һәм бурысыңа тоғролоҡ ҡомартҡы булып быуындан-быуынға тапшырыла. Әғзәм Әхкәм улы һәм Альберт Раил улы шуны иҫкә төшөрә: батырлыҡтың ваҡыты сикләнмәгән. Хәтер йәшәй икән, ул да тере, ул да йәшәй: хаттарҙа, наградаларҙа һәм олатаһы эҙенән барған ейәненең хәтирәләрендә.
Артур Әлетдинов һәм Ғ л и м х а н Ә т д и н о в . Әлетдиновтар ғаиләһендә һуғыш тураһында хәтерҙе һаҡлауҙан тыш, олатайҙарынан ейәндәренә күскән генетик батырлыҡ кодын да һаҡлайҙар. Артур Рифал улы Әлетдинов, махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уның олатаһы, Ғлимхан Әтдин улы Әтдинов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уларҙы һигеҙ тиҫтә йыл айырһа ла, Ватанды һаҡлағанда күрһәткән ҡыйыулыҡ берләштерә.
Ғлимхан Әтдин улы 1913 йылдың 13 февралендә донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә, Волхов фронты составында 103- сө уҡсылар дивизияһының автоматсыһы була. Ул һәр көндө йәшәү өсөн һуғыш барған Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. 1943 йылда блокаданы өҙөүҙә ҡатнашҡан Волхов фронты Ғлимхан өсөн йәшәү һәм сыҙамлылыҡ мәктәбе була. Ул герой-ҡаланы азат итеп, операциялар уты аша атлай, ә артабан Еңеүҙе яҡынайтып, көнбайышҡа табан юлын дауам итә.
Уның фронт юлдары Варшава һәм Прага ҡалалары аша үтә, Еңеүҙе унда ҡаршылай. Әммә һуғыш эҙемтәләре уны артабан да эҙәрлекләй: штыктан алған яралар, өшөп-туңыуҙар, аяҡтарының ун бармағының киҫелеүе — былар барыһы ла «тыныс» тормоштоң бер өлөшө булып китә.
Еңеүҙән һуң Ғлимхан Әтдин улы тыуған яғына ҡайта. 1947 йылда колхозда шофер булып эшләгәндә, «1941- 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ветеран 1979 йылда ауыр һуғыш яраларынан вафат була.
Уның ейәне, мотоуҡсылар полкының рядовойы, уҡсылар бүлексәһе уҡсыһы Артур Әлетдинов, олатаһының юлын ҡабатлап, ил именлеге һағына баҫа. 2023 йылдың 21 сентябрендә уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә: һул яҡ янбашының йәрәхәтләнеүе ампутацияға килтерә. Икенсе төркөм инвалиды булһа та, ул Ватан һағына баҫыуына үкенмәй.
Артурҙың «Батырлыҡ өсөн» дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы — ҡасандыр олатаһы кеүек ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ билдәһе.
Икеһе лә, Ғлимхан да, Артур ҙа тамуҡ уты аша үтә. Олатаһы Ленинград янындағы һәр метры ҡан менән һуғарыл- ған ерҙә алыша; ейәне кеше батырлығын технологиялар юҡҡа сығара алмаған хәҙерге окоптарҙа һуғыша.
Ғлимхан автоматсы була, Еңеүгә юлды таҙарта; Артур, уҡсы, иптәштәрен ут аҫтында ҡаплай. Икеһе лә дуҫтарын юғалта, икеһе лә йәшәү хаҡын аңлай һәм икеһе лә ҡурҡыуҙан өҫтөнөрәк бурысты һайлай.
Әлетдиновтар тарихы — берәүҙәрҙең ғазабы һәм батырлығы башҡаларҙың көсөнә әйләнгән дәүерҙәр араһындағы күпер ул. Артур, ҡасандыр олатаһы кеүек, яңынан йөрөргә өйрәнә, уның тормошонда өмөтһөҙлөккә, күңел төшөнкөлөгөнә урын юҡ. Үҙ наградаһы менән йәнәшә ятҡан олатаһының иҫке миҙалдары шуны иҫкә төшөрә: батырлыҡты юйып ташлап булмай. Ул — ҡанда.