Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
13 Августа 2021, 04:21

Нефтекамала яңы юл төҙөлә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекамала күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә — Юбилей проспекты, Карцев, Ҡала, М.Әхмәҙиев урамдары буйынса юлдар төҙөкләндерелә.

Нефтекамала яңы юл төҙөләНефтекамала яңы юл төҙөлә
Нефтекамала яңы юл төҙөлә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекамала күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә — Юбилей проспекты, Карцев, Ҡала, М.Әхмәҙиев урамдары буйынса юлдар төҙөкләндерелә.

Бөгөн Ҡала һәм М. Әхмәҙиев урамдарында асфальт нигеҙ һалыу буйынса эштәр тамамланған, ә Карцев урамында канализация һәм ямғыр һыуҙарын ҡабул итеү ҡойоларын, ямғыр һыуҙары канализацияһын монтажлау эштәре бара, шулай уҡ асфальттың беренсе ҡатламы өсөн нигеҙ әҙерләү эштәре бара.

Был объект Нефтекама ҡалаһы өсөн әһәмиәтле объекттарҙың береһе. Проектты тормошҡа ашырыу яңы төҙөләсәк микрорайондарҙың юл инфраструктураһы менән бәйле төп проблеманы хәл итәсәк.

Нефтекамала яңы юл төҙөлә
Нефтекамала яңы юл төҙөлә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас