Нефтекаманың күп функциялы үҙәгендә сит ил паспорттарын рәсмиләштереү өсөн криптокабиналар эшләй башланы. Хәҙер халыҡ “Криптобиокабина” программа-техник комплексын ҡулланып, 10 йыл ғәмәлдә булыу ваҡыты менән сит ил биометрик паспортын рәсмиләштерә аласаҡ.
Криптобиокабина барлыҡҡа килеү менән документтар тапшырыу еңелләшәсәк, сөнки был хеҙмәтте филиалдың эш режимы буйынса аҙнаһына 6 көн алып була. Кабина цифрлы фотокамера, күләгәһеҙ яҡтыртыу системаһы, бармак эҙҙәре һәм документтар сканеры менән йыһазландырылған. Документтар тапшырыу һәм әҙер паспортты алыу өсөн ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеү алдан яҙылыу буйынса башҡарыла. Йыйылған мәғлүмәт автоматик рәүештә Рәсәй Эске эштәр министрлығының ведомство сегментына электрон формала тикшерергә ебәрелә.
Мөрәжәғәт итеү статусын Госуслуги.ру порталында һәм күп функциялы үҙәктәр сайтындағы шәхси кабинетта күҙәтеп торорға мөмкин. Ғариза биреүсегә сит ил паспортының әҙер булыуы тураһында телефон аша хәбәр ителә.