

Кисә «Инвестиция сәғәте» барышында Башҡортостандың пилотһыҙ авиация кластерын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кластерҙың төп предприятиеһы булып «Геоскан» компаниялар төркөмө сығыш яһай.
«Геоскан» дан тыш, яңы кластерҙа пилотһыҙ дрон-такси етештергән «Ховер», ауыр пилотһыҙ осоу аппараты һәм агродрон сығарған «Аэроглоуб» компаниялары, Жуковский исемендәге Милли тикшеренеү үҙәге һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй.
Беренсе этапта проект 250 миллион һум күләмендәге шәхси инвестицияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. 2021 йылда уның сиктәрендә 20 эш урыны булдырыла.
«Геоскан-Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Павел Степанов һүҙҙәренсә, йүнәлеште артабан үҫтереү һәм уға төрлө белгестәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бик киң. Пилотһыҙ осоу аппараттары нефть-газ өлкәһе, энергетика комплексы, кадастр эше, ауыл һәм урман хужалығы өсөн көнүҙәк.
«Ростелеком» компанияһы һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла кластерҙың партнёрҙары була.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.