

Нефтекама дәүләт филармонияһында виртуаль концерт залына йыһаздар урынлаштырыу тамамланды. Хәҙерге ваҡытта йыһаздар урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарылған, ҡабыҙыу-көйләү эштәре бара.
Трансляцияларҙы ойоштороу өсөн концерт залы заманса мультимедиа ҡоролмалары менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән.
РФ Мәҙәниәт министрлығының “Виртуаль концерт залы” күләмле проекты тамашасыға Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле башҡарыусылар концерттарының яҙмаһын ғына түгел, ә уларҙы онлайн да тыңларға һәм күрергә мөмкинлек бирәсәк. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышы өсөн уникаль заманса мультимедиа ҡоролмаһы тамашасыға донъя кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыу эффектын тойорға ярҙам итәсәк. Яңылыҡтың презентацияһы миҙгел асылыуы менән бергә үтәсәк.