Республика яңылыҡтары
18 Октября 2021, 06:31

Афарин, чемпиондар!

Самара ҡалаһында үткән ярыштарҙа бөтә илдән 250 спортсы үҙ эшендә иң көслөләрҙе билдәләне. Нефтекамалар — иң яҡшылар рәтендә.

Афарин, чемпиондар!Афарин, чемпиондар!
Афарин, чемпиондар!

Самара ҡалаһында үткән ярыштарҙа бөтә илдән 250 спортсы үҙ эшендә иң көслөләрҙе билдәләне. Нефтекамалар — иң яҡшылар рәтендә.

Нефтекама ҡалаһын 7 каратист тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар биш йәш категорияһында көс һынашты: 10 йәштән һәм өлкәнерәктәр.

Яҡшы физик әҙерлек, хәрби рух һәм ихтыяр көсө булыу 12 йәшлек Әмир Әхәтовҡа өлкә беренселегендә иң яҡшыһы булырға ярҙам итте. Европа чемпионаты призеры Злата Адышлина һәм Нефтекаманан тағы ла бер ҡыҙ Аделина Васина финалда көмөш миҙал яуланы. Илиан Мостафин да айырылып торҙо, ул бронза миҙал менән ҡайтты. Һәр ҡатнашыусы яҡшы техника күрһәтте. Спортсыларҙың тренеры Андрей Адылшин барлыҡ тәрбиәләнеүселәрҙең дә лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтеүҙәрен билдәләп үтте.

Афарин, чемпиондар!
Афарин, чемпиондар!
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас