

Нефтекаманың бөтә мәктәптәрендә традицион Милли кухня көнө үтте. Был көндө мәктәп ашханалары танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.
Төшкө аш залдары милли стилдә биҙәлгәйне, өҫтәлдәрҙә башҡорт кухняһының иң яҡшы традицияларында төрлө ризыҡтар ҡуйылды. Ә мәктәп ашнаҡсылары был көндө үҙ ҡарамағындағыларҙы башҡорт аштарынан торған яңы меню менән ҡыуандырҙы. Был көндө өҫтәлгә хуш еҫле ҡуллама һәм туҡлыҡлы самса бирелде.
Башҡорт гимназияһында ла өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Бәлеш, тәбикмәк, ҡыҫтыбый, өсбосмаҡ, сәк-сәк, ваҡ бәлеш, бауырһаҡ — һәр класс үҙҙәре әҙерләгән башҡорт кухняһы ризыҡтарын тәҡдим итте. Бында һәр ризыҡтың эҙмә-эҙлекле өйрәтелгән рецебын да алырға була ине. Йәш һәм саҡырылған артистар башҡарыуында башҡорт йырҙары, бейеүҙәр байрам атмосфераһы булдырҙы. Ысын башҡорт кухняһы байрамы булды!