Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
21 Октября 2021, 06:05

“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында

“НефАЗ” маркалы автобустар Өфө маршруттарына сыҡты. Радий Хәбиров Нефтекама автозаводында етештерелгән  ҙур класлы яңы 60 автобус асҡыстарын тапшырҙы.

“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында
“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында

“НефАЗ” маркалы автобустар Өфө маршруттарына сыҡты. Радий Хәбиров Нефтекама автозаводында етештерелгән  ҙур класлы яңы 60 автобус асҡыстарын тапшырҙы.

Нефтекама автобустары хәҙер тағы ла замансараҡ. Пассажирҙар USB-розеткалар менән файҙалана һәм мобиль яйланмаларын сәфәр ваҡытында зарядкаға ҡуя ала. Салонда шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы урынлаштырылған: контролде 8 камера тәъмин итә. Бынан тыш, “НефАЗ”дар автомат рәүештә пассажирҙар ағымын күҙәтә. “Башавтотранс” клиенттарына башланасаҡ һыуыҡтар тураһында ла борсолорға тура килмәйәсәк — етештереүсе өҫтәмә рәүештә ике мейес урынлаштырған.

Әгәр ҙә элек ҙур булмаған ике автобус кәрәк булһа, бөгөн ул юғары һыйышлы бер “НефАЗ” автобусы. Яңы “НефАЗ”дар Өфөнөң иң интенсив пассажирҙар ағымы булған һигеҙ маршрутына бүленгән.

“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында
“НефАЗ” автобустары — Өфө маршруттарында
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас