Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
22 Октября 2021, 05:40

Көҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәп

Нефтекамала көҙгө саҡырылыш башланды. 180-дән ашыу егет армияға барырға әҙерләнә. Уларҙы Калининград һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡоро ер ғәскәрҙәре көтә.

Көҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәпКөҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәп
Көҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәп

Нефтекамала көҙгө саҡырылыш башланды. 180-дән ашыу егет армияға барырға әҙерләнә. Уларҙы Калининград һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡоро ер ғәскәрҙәре көтә.

Әлегә улар барыһы ла штат режимында медкомиссия үтә. Икенсе йыл рәттән Нефтекамала ғәмәлдәге ҡағиҙә нигеҙендә бер үк ваҡытта хәрби комиссариат бинаһында хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һаны 25 кешенән артмаҫҡа тейеш. Төп документтарҙан тыш, егеттәрҙең ҡулында COVID-19-ға ҡаршы кире ПЦР-тест та бар.

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был саҡырылышта ла яҙғыһы кеүек үк, ковидҡа ҡаршы бөтә нормалар ҙа үтәлә. Ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Көҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәп
Көҙгө саҡырылыш: бөтә нормаларҙы үтәп
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас