Күптән түгел Нефтекама ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә бер юлы ике берәмек техника ҡайтты — УАЗ һәм ГАЗ «Соболь» маркалы автомобилдәр. Икеһе лә “В” класлы, яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
— Әлеге ваҡытта автомобилдәр хеҙмәт итә башланы. Бер машина — Яңауыл ҡалаһы, икенсеһе Ҡалтасы районы посында эшләй. Бөтә кәрәкле нәмәләр — дифибрилятор, ИВЛ-аппараттар, ингаляция рециркуляторҙары, ЭКГ-аппараттар, реанимация йыйылмалары, өлкәндәр һәм балалар, акушерлыҡ йыйылмалары — менән йыһазландырылған. Ғөмүмән, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәк әйберҙәр ҙә бар. Автотранспортты бер берәмеккә бүлеп биреү
планлаштырыла — был “В” класлы “ГАЗель” автомобиле, — тип һөйләне Нефтекама ҡала дауаханаһы ашығыс медицина ярҙамы бүлегенең өлкән фельдшеры Илшат Зарипов.
Бөгөн Нефтекама ашығыс медицина ярҙамы бүлеге автопаркы 40 берәмек техника тәшкил итә. Көн һайын фельдшерҙар 200-гә яҡын саҡырыуға бара.