

Нефтекама ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе -2022» Асыҡ республика конкурсының зональ этабы ойошторолдо. Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылыннан башҡорт ғаиләһе - Әҙиғамовтар ғаиләһе районды лайыҡлы күрһәттеләр.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе -2022» зональ конкурсында тирә-яҡтан барыһы 12 башҡорт ғаиләһе ҡатнашты. Конкурста Борай, Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Яңауыл райондарыннан, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларыннан һәм Пермь өлкәһеннән ғаиләләр бер-береһе менән көс һынаштылар.
Әҙиғамовтар ғаиләһе жюри алдына үҙҙәренең ғаиләһе тураһында видеояҙма тапшырҙы. Улар видеояҙмала ғаилә ағасы – шәжәрә ағасы менән таныштырҙылар, үҙҙәренең яратҡан шөғөлдәре һәм эштәре тураһында һөйләнеләр.
Әҙиғамовтар ғаиләһе – ижади, актив башҡорт ғаиләһе. Гөлназ һәм Салауат ике баһадир ул үҫтерәләр. Уларҙың улдары Илнар һәм Асҡар. Илнарға 7 йәш, ул беренсе класта белем ала, ә Асҡарға 5 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлназ иптәше Салауат менән ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеп бергә-бергә ун өс йыл дуҫ-татыу йәшәйҙәр.
Ғаилә башлығы Салауат Ринат улы север яҡтарында эшләп йөрөй, ә тормош иптәше Гөлназ Ҡалтасы ауылының музыка мәктәбендә балаларҙы думбырала һәм гитарала уйнарға өйрәтә. Ул үҙе төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнай: ҡумыҙҙа ла, думбырала ла, хатта ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнде. Гөлназ башҡорт халыҡ көйҙәрен тыңларға һәм йырларға ярата һәм халҡыбыҙҙың милли көйҙәрен, йырҙарын үҙенең улдарына ла өйрәтә.
Был конкурста Гөлназдың әсәһе Минзәлә Рузин ҡыҙы ла актив ҡатнашты. Улар бергәләп райондың «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамблендә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡаралар һәм район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө байрамдарҙа, йыйындарҙа әүҙем ҡатнашалар.
Өләсәйҙәре һәр ваҡыт ейәндәренә үҙ ғаиләһенең шәжәрә ағасын аңлатып һөйләй, ғаиләгә һәм телгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләй.
- Гөлназ, һеҙҙең ғаиләгеҙҙең татыулыҡ сере нимәлә? – тигән һорауға Гөлназ ошолай яуап ҡайтарҙы:
- Ғаилә – тормошта һәр кешенең иң мөһим төп байлығы. Улар беҙҙең иң яҡын кешеләребеҙ, улар беҙҙең иң яратҡан, ихтирам иткән һәм бер-береңә ҡарата хөрмәт күрһәткән кешеләребеҙ. Гаиләлә һәр кеше үҙенең кескәй генә шатлығы менән ҡыуана белергә, ҡайғыһы менән уртаҡлаша белергә тейеш. Ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулын һуҙған һәм тирә-яҡҡа өлгө булып торған ғаилә генә берҙәм, татыу була.
Шулай итеп, Әҙиғамовтар ғаиләһе Нефтекама ҡалаһында үткән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе -2022» Асыҡ республика конкурсының зональ этабының «Ғаилә ҡиммәттәре» номаницияһында әүҙем ҡатнашыусылары һәм II-се урынлы Диплом менән бүләкләнеүселәр. Бөгөнгө көндәрҙә Әҙиғамовтар ғаиләһе Ҡалтасы районында үҙҙәренең ғаиләһенең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ғаилә ҡиммәтәрен тергеҙеп, һаҡлап ҡалған башҡорт ғаиләһе.