Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу илдә иң яҡшыһы тип танылды

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу илдә иң яҡшыһы тип танылдыБашҡортостанда мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу илдә иң яҡшыһы тип танылды
Башҡортостанда мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу илдә иң яҡшыһы тип танылды

Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыһы («Һаулыҡты бала саҡтан уҡ һаҡлау» номинацияһы) тип танылды.

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Конкурсҡа Рәсәйҙең 63 төбәгенән бөтәһе 532 ғариза килде, тип билдәләне ул.

«Беҙ мәктәптә балаларҙы һәйбәт ашатыу өсөн эҙмә-эҙлекле һәм көсөргәнешле эшләнек. Был йүнәлештә күп эш башҡарылды. Туҡланыу сифаты, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары артты, ошо өлкәгә аҡса һалырға әҙер булған инвесторҙар барлыҡҡа килде», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу темаһына мөрәжәғәттәр кәмей бара, тип өҫтәне республика етәксеһе.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 
 
Автор:
Читайте нас