

Кешелек донъяһы һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылып йәшәй. Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҙә шундай булған. Халҡыбыҙҙың матурлап, биҙәп эшләгән һауыт-һабалары, күңел нурын һибеп сиккән таҫтамалдары, биҙәкләп туҡыған ашъяулыҡтары, шаршауҙары хәҙер музейҙарҙа, күптәрҙең өйөндә мираҫ булып һаҡлана.
Клуб ағзалары Зилә Байбулатова, Рәйфә Сөләймәнова, Рима Бикбулатова, Рәзифә Ғалина, Римма Тухбатуллина, Флизә Рәжәпова, Насимә Ғилманшина ҡул эштәрен алып килеп, күргәҙмә ойошторҙолар. Улар үҙҙәренең яратҡан шөғөлө тураһында ентекләп һөйләне. Аҙаҡ Рәзифә Ғалина тапочки бәйләү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Кемдер энә-йеп алып килеп, шунда уҡ бәйләп ҡарарға булды, икенселәр яҙып алырға тырышты.
Луиза Вәлиева, Зөлфиә Ғалина, Рәзифә Ғалина йырҙар башҡарҙы, көйөн гармунсы Рәсим Тухбатуллин уйнаны. Аҙаҡ сәй табыны артында ла ҡунаҡтар гармунға ҡушылып рәхәтләнеп яратҡан йырҙарын йырланы.
Клуб етәкселәре яҙғы-йәйге каникул алдынан был һуңғы ултырыш тигәнгә, килгән ҡунаҡтар тағы апрель айында ла осрашырға теләктәрен белдерҙе.