Ҡурай
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл

Башҡортостан данын яҡланылар!

Тәтешле районы Кәлтәй ауылынан Мәккиә һәм Муллахан Мулләхмәтовтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе-2022» Бөтә Рәсәй конкурсында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеүсе булды. Улар – Башҡортостан данын яҡлаған берҙән-бер ғаилә.

Башҡортостан данын яҡланылар!Башҡортостан данын яҡланылар!
Башҡортостан данын яҡланылар!

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы 2022 йылда етенсе тапҡыр үткәрелә. Йыл һайын унда 3 меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша. Конкурс ғаилә абруйын, уның ҡиммәттәрен һәм ата-әсәләрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Ул биш номинация буйынса үткәрелә: «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Алтын ғаилә», «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә». Унда Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәгән һәм никахта теркәлгән балалар тәрбиәләүсе (йәки тәрбиәләгән) РФ граждандары ҡатнаша ала.

Конкурстың ойоштороусылары булып РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды, РФ субъекттарының башҡарма идаралығы тора. Уның составына федераль һәм төбәк идаралығы, коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғаиләгә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү өлкәһендә Рәсәйҙең башлап ебәреүсе эксперттары инә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мулләхмәтовтар ошо йылдың июнь айында конкурстың республика этабында еңеүсе булды. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Автор:Зинира   Фахриуллина        
Читайте нас