Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Биш бала һәм бер ир янғында үлгән

Ҡот осҡос фажиғә Дәүләкән районының Вперед ауылында төндә булған.

Биш бала һәм бер ир янғында үлгән
Биш бала һәм бер ир янғында үлгән

Ҡот осҡос фажиғә Дәүләкән районының Вперед ауылында төндә булған.

Алдан билдәле булыуынса, ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирҙа "натяжной потолок" янып киткән. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә ут һүнгән булған. Янғын майҙаны 2,5 квадрат метр тәшкил иткән. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фатирҙа биш бала (2017, 2019, 2019 йылғы өс ҡыҙ һәм 2021 йылғы ике малай) һәм һәм бер ирҙең йәнһеҙ кәүҙәләре табылған. Әсә кеше эштә булған тиҙәр. Балалар һәм ир янған түшәмдең төтөнөнә тонсоҡҡан, кәүҙәләре диванда табылған.

Утты һүндереүгә 5 кеше һәм 2 берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һәм баш идаралыҡтың эшсе төркөмө, шул иҫәптән Һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм тәфтишселәре сыҡҡан. Унда шулай уҡ Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Биш бала һәм бер ир янғында үлгән
Биш бала һәм бер ир янғында үлгән
Автор:
Читайте нас