Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды

10 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе ғибәҙәтхана комплексын ҡараны, шулай уҡ объектта монтажлау һәм биҙәү эштәрен дауам итеү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Мәсет 2006 йылда төҙөлә башлағайны. Төҙөлөш, өҙөклөктәр менән, төрлө инвесторҙар тарафынан финанслана, ә 2016 йылдың йәйендә объектта эштәр туҡтатыла. 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетен төҙөүҙе дауам итеү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр объектты комплекслы тикшерҙе һәм уның торошон баһаланы. 2024 йылдың апрелендә иһә төбәк етәксеһе мәсет төҙөлөшө тергеҙелеүе тураһында хәбәр итте.

Төҙөлөш майҙансығында Өфө Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов, төҙөүселәр манараларҙы мәрмәр менән йөҙләү эшен тамамланы, тип белдерҙе. Шулай уҡ ҡыйыҡтың өс кимәлен монтажлағандар. Быйыл витраждар һәм быялалар ҡуйыу, мәсет тирәләй стилобат ҡороу һәм фасадты биҙәкләү бурысы тора.

Төбәк Башлығына бинаны тышлағанда файҙаланырға ниәтләгән материал өлгөләрен тәҡдим иттеләр. Улар сифатлы, тәбиғи факторҙарға сыҙамлы, шулай уҡ эстетик йәһәттән йәмиғ мәсете статусына тап килергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе объект төҙөлөшөнөң артабанғы төп этаптары хаҡында һөйләне.

– Август аҙағына тиклем фасадты тышлай башлайбыҙ. Шулай уҡ тәҙрәләрҙе алмаштырабыҙ – уларҙың күбеһе насар хәлдә. Тышҡы яҡтан күренмәгән, әммә коррозия, һыу, ҡар, һыуыҡ кеүек факторҙарҙан зыян күргән элементтарҙа күп эштәр башҡарырға тура килә. Ҡышҡа мәсетте йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе башларға ниәтләйбеҙ. Ә киләһе йылда биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Әлегә эске биҙәү эштәренең күпме ваҡыт алырын әйтеүе ҡыйын. Шуныһы мөһим: беҙ төҙөлөштө тергеҙҙек, һәм төп бурыс – уны артабан да туҡтатмау. Проектты аҙағына тиклем еткерәсәкбеҙ.

https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-flge-r-rhim-msetene-tlsh-mayansyynda-buldy/ 
Радий Хәбиров Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды
Радий Хәбиров Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды
Автор:
Читайте нас