Ҡурай
+10 °С
Облачно
Сәләмәтлек
17 Декабря 2020, 18:30

Тағы өс кеше вафат

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 156 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 16 785-кә етте. Һауыҡҡандар – 13 464 (һуңғы тәүлектә 92 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 114.
Һуңғы тәүлектә тағы өс кеше вафат.
Республика стационарҙарында – 840 (шул иҫәптән 61 кеше ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2367 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 886 965 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 11 668.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 391 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 386 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ta-i-s-keshe-vafat-596285/
Читайте нас