Башҡортостанда һөт биҙе, үпкә, бөйөр яман шештәрен һәм хроник миелолейкоз сирен дауалау өсөн препараттар етештереү производствоһын асыу планлаштырыла. Был хаҡта “Фармстандарт” компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әле ҡорамалдар һатып алыу, етештереү участкаһын үҙгәртеп ҡороу һәм башҡа күп төрлө ойоштороу эштәре башҡарыла.
Оҙаҡламай Өфөлә күләме ике миллион дарыу төймәһе тәшкил иткән дүрт инновациялы препарат етештерелә башлаясаҡ. Тәүге серияларының 2024 йылда уҡ фармацевтика баҙарында күренеүе мөмкин.
Һис һүҙһеҙ, был яҡшы хәбәр. Яман шеш сирҙәре йылдан-йыл арта барғанда, юғары тәьҫирле заманса препараттарҙың етерлек һәм һәр кемдең файҙаланырлыҡ булыуы үтә мөһим.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Amerikandar-f-l-dariu-eteshter-s-k-598828/